Башҡорт яҙыусыһы Вәзих Исхаҡовтың 95 йыллыҡ юбилейына арналған «В. Исхаҡовтың тормош һәм ижад юлы» тип исемләнгән библиографик сәғәт ВК платформаһында «Дауыт Юлтый исемендәге китапхана төркөмөндә» китап уҡыусылар өсөн үткәрелде.
Вәзих Мөхәмәтша улы Исхаҡов — әҙәбиәткә 60-сы йылдарҙа килгән прозаиктарҙың береһе. Ул 1927 йылдың 7 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Тайнаш ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, тыуған ауылында башта ат ҡараусы, унан май заводында бухгалтер, шофер булып эшләп ала.
Китап уҡыусыларыбыҙҙы тормош юлы менән таныштырып үткәс, яҙыусының ижады тураһында мәғлүмәт бирелде. Вәзих Исхаҡов — әҙәбиәткә үҙенсәлекле тема менән килгән яҙыусы. Уның күпселек әҫәрҙәре революцион — тарихи темаларға арналған.
Ул, башлыса, башҡорт һәм татар халыҡтары араһынан сыҡҡан революционерҙар, граждандар һуғышы ҡаһармандары тураһында документаль — тарихи әҫәрҙәр ижад итә.
Ошо темаға яҙған «Мулланур Вахитов» исемле тәүге китабы 1958 йылда рус телендә Пермь ҡалаһында баҫылып сыға. 1960 йылда бер аҙ киңәйтелеп һәм тулылыландырлып Башҡортостан китап нәшриәтендә «Революционер тураһында хикәйә» тигән әҫәре баҫыла.
Шунан башлап В. Исхаковтың тарихи шәхестәргә арналған «Хөсәйен Мәүлетов», «Ватан улы», «Комиссар һеңлеһе», «Көңгөр малайы», «Атайым ултыртҡан өйәңке» кеүек китаптары баҫылды, матбуғат биттәрендә Әхтәм Бахтизин, Кәрим Хәкимов, Муса Йәлил, Петр Зенцов, Шәһит Хоҙайбирҙин һымаҡ революция һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған очерктары йыш күренде.
«Һаумы, генерал!» китабы илебеҙҙең танылған генералы Яҡуп Чанышевҡа бағышланды. Өфө революционеры Петр Зенцов тураһында «Умырзая — яҙ сәскәһе» повесы яҙыусының иң күренекле әҫәрҙәренең береһе булды.
Был китабы өсөн Вәзих Исхаковҡа Ғ. Сәләм исемендәге премияһы бирелде.
Күренекле хәрби эшмәкәр, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштары ветераны Әхтәм Бәхтизин хаҡында «Ҡындан һурылды ҡылыстар» һәм «Имәндәр баш эймәй» тигән ике киҫәктән тороусы «Бәхтизин» романы шундайҙарҙан һанала. Романдың һуңғы варианты Александр Филиппов тәржемәһендә рус телендә 1982 йылда баҫылып сыға.
Әҙәби ижад менән бергә В. Исхаҡов йәмәғәтселек эшендә лә актив ҡатнаша. Күп йылдар буйына ул БАССР Яҙыусылар союзының хәрби — патриотик комиссияһы етәксеһе,
Республика китапханаһының рәйесе һәм баш ҡаланың Киров район Советы депутаты була. Әҙәбиәттәге хеҙмәттәре өсөн миҙалдар менән наградланған, яҙыусыға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Ҡәҙерле дуҫтар, яҙыусының ижады менән яҡындан танышыу һәм китаптарын алып уҡыу өсөн барығыҙҙы ла саҡырып ҡалабыҙ, һәм һеҙҙең ихтибарығыҙға китапханала булған әҫәрҙәренең исемлеген тәҡдим итәбеҙ:
- Ҡындан һурылды ҡылыстар: роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1968. — 2017 Б.
- Бәхтизин: тарихи — биографик роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте,1974, 407 Б.
- Фазиланың ал яулығы: повесть һәм хикәйәләр.- Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте,1981.- 260 Б.
- Йылдар шаңдауы: повестар һәм хикөйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте,1986, 344 Б.
- Здравствуй, генерал!: документальные повести.- Уфа: Башкирское книжное издательство, 1984.- 256 С.