Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

Ҡаһарманлыҡ дәресе «Афған ере — йөрәк яраһы»

Ҡаһарманлыҡ дәресе "Афған ере - йөрәк яраһы"

15 февралдә Афған еренән 34 йыл элек Совет ғәскәрҙәренең сығарылыу көнөн билдәләнде. Ошо ваҡиға айҡанлы Манышты ауылы китапханаһында мәктәп уҡыусылары өсөн » Афған ере — йөрәк яраһы» исемле ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрелде.
Сараға Афғанстанда хеҙмәт итеп, Тыуған еренә иҫән — һау әйләнеп ҡайтҡан ауылдашыбыҙ — Шаһыбалов Рафаэль Рамаҙан улы, Инйәр ауыл биләмәһенең Ветерандар ойошмаһының етәксеһе Кималова Нәйлә Фуат ҡыҙы, ойошманың ағзаһы — Иҫәнова Флүрә Камалетдин ҡыҙы һәм Инйәр хәкимиәтенең хәрби комиссариатының белгесе Ғәлина Раушания Марат ҡыҙы саҡырылдылар.


Сара саҡырылған ҡунаҡтарҙы тәбрикләү һүҙҙәре менән башланып китте, һуңынан китапханасы уҡыусыларға Афғанистан һуғышының тарихын һөйләп үтте.
Артабан һүҙ Афған һуғышында ҡатнашҡан ауылдашыбыҙ Шаһыбалов Рафаэль Рамаҙан улына бирелде. Ул үҙенең армия сафтарына алыныуы, һуңынан Афған һуғышында хеҙмәт итеү осорондағы төрлө хәлдәр, ҡыҙғаныс хәтирәләре тураһында уҡыусылар менән уртаҡлашты. Рафаэль Рамаҙан улы үҙенең сығышынан һуң егет һәм ҡыҙҙарға тырышып уҡырға, спорт менән дуҫ булып үҫеүҙәрен теләне.
Сара барышында һүҙ саҡырылған ҡунаҡтарға ла бирелде, Нәйлә Фуат ҡыҙы уҡыусыларға Ветерандар советы ойошмаһының маҡсаты, эштәре тураһында әйтеп үтһә, Флүрә Камалетдин ҡыҙы уҡыусыларға үткәндәрҙе онотмай, тырышып уҡып, киләсәктә үҙ ерегеҙҙең патриоттары булып үҫергә тигән теләктәр телене. Математика һәм физика уҡытыусыһы Рима Ғимадислам ҡыҙы ла Рафаэль Рамаҙан ағайҙың мәктәптә уҡыған йылдарын иҫкә төшөрөп һөйләп үтте. Инйәр хәкимиәтенең хәрби комиссариатының белгесе Ғәлина Раушания Марат ҡыҙы Инйәр зонаһынан күпме кеше Афған һуғышында ҡатнашыуы тураһында әйтеп үткәндән һуң, Рафаэль Рамаҙан улына Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Артабан ҡатнашыусылар локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алды.
Яугирҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген хөрмәтләү, улар тураһында хәтирәләр һаҡлау – ул беҙҙең изге бурысыбыҙ., батырҙарҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайыҡ. Уларҙың исеме, онотолмаҫ эштәре яҡты маяҡ булып быуындан-быуынға күсһен!

Ҡаһарманлыҡ дәресе "Афған ере - йөрәк яраһы"
Ҡаһарманлыҡ дәресе "Афған ере - йөрәк яраһы"