Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

Әҙәби-музыкаль сәғәт «Назар Нәжми-тыуған яҡ йырсыһы»

Әҙәби-музыкаль сәғәт "Назар Нәжми-тыуған яҡ йырсыһы"

Манышты ауыл китапханаһында 8 ғинуар көнө Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 105 йыл айҡанлы «Назар Нәжми — тыуған яҡ йырсыһы» исемле әҙәби-музыкаль сәғәт ойошторолдо. Сара Белорет районының Даут Юлтый исмендәге модель китапхана тарафынан ойошторолған «Уның шиғырҙары башҡорт әҙәбиәтенең алтын хазинаһы» исемле район әҙәби марафон сиктәрендә уҙғарылды.
Сара Назар Нәжмиҙең һүҙҙәренә ижад ителгән «Ҡышҡы романс» көйө аҫтына башланып китте.


Китапханасы осрашыуға килеүселәрҙе тәбрикләгәндән һуң, уларҙы Назар Нәжмиҙең тормош юлы, ижады менән таныштырып үтте. Айырым рәүештә уның бәләкәй саҡтарында, һуғышта булған йылдарында туҡталып үтте. Артабан һүҙ шағирҙың ижады тураһында алып барылды, уның шағир ғына түгел, ә драматург, публицист һәм мемуарсы булыуы тураһында ла әйтеп үтелде. Бар мәғлүмәт «Назар Нәжмиҙең тормош юлы» исемле презентация менән нығытылып барҙы.
Артабан һүҙ байрамға ҡунаҡ булып саҡырылған Ағинәйҙәр ҡороның етәксеһе Сәмситдинова Зилә Ғимадислам ҡыҙына бирелде. Ул тамашасыларға Назар Нәжми ижад иткән шиғырҙарға бик күп йырҙар яҙылыуы хаҡында, уларҙың барыһы тиерлек халыҡ араһында ҙур урын алыуы тураһында әйтеп үтте. Һуңынан улар шағирҙың һүҙҙәренә ижад ителгән «Котелок», «Аҡ сәскәләр» йырҙарын йырлап ишеттерҙеләр. Рәйлә Сафа ҡыҙының башҡарыуындағы «Тауҙар йыры», Рима Ғимадислам ҡыҙының баянда, Вәсимә Ханнан ҡыҙының мандолинала уйнауҙары сараны йәмләндереп ебәрҙе.
Китапханасы «Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе» исемле китаптар күргәҙмәһенә байҡау яһаны, шағирҙың ижады менән яҡындан танышырға өндәне. Шулай уҡ тамашасыларға «Назар Нәжмиҙең китаптары» исемле буклеттар таратылды.
Сара барыһы бергә башҡарыуындағы «Батырҙар йыры» менән тамамланды.

Әҙәби-музыкаль сәғәт "Назар Нәжми-тыуған яҡ йырсыһы"
Әҙәби-музыкаль сәғәт "Назар Нәжми-тыуған яҡ йырсыһы"
Әҙәби-музыкаль сәғәт "Назар Нәжми-тыуған яҡ йырсыһы"
Әҙәби-музыкаль сәғәт "Назар Нәжми-тыуған яҡ йырсыһы"
Әҙәби-музыкаль сәғәт "Назар Нәжми-тыуған яҡ йырсыһы"