Китаптар күргәҙмәһе «Китап биттәрендә ҡатын — ҡыҙ тормошо».
Халыҡ ара ҡатын — ҡыҙҙар көнөнә китапханала «Китап биттәрендә ҡатын – ҡыҙ тормошо» исемле китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо.
6 март көнө китапханаға ҡунаҡҡа Манышты ауылы Ағинәйҙәре саҡырылды.
Сара башында китапханасы элек-электән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡ хас булыуы, ниндәй генә хәлдәргә тарымаһын, ул ауырлыҡтар алдында ҡойолоп төшмәгән, ғорур, тәүәккәл, ҡыйыу йөрәкле булып ҡалыуы, тормоштағы һәр нәмәнән йәм һәм тәм табып йәшәргә ынтылыуы, унда иң беренсе Әсәлек тойғоһо көслө булыуы, аҙаҡҡы һулышына тиклем ул көслө рухлы булып, идеяларына тоғро ҡалыуы тураһында әйтеп үтте.
Артабан һүҙ совет осорона тиклемге, совет һәм хәҙерге әҙәбиәттә лә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ошо һыҙаттар хас булыуы, һәм быға М.Ғафури, Д.Юлтый, Һ.Дәүләтшина, З.Биишева, М.Кәрим, Р.Камал, Т.Ғиниәтуллин, Г.Яҡупова, Т.Ғарипова, Н.Игеҙйәнова, Г.Ғиззәтуллина, Ф.Аҡбулатова һ.б. яҙыусыларҙың әҫәрҙәре асыҡ миҫал булып тороуы тураһында барҙы.
… – Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында Ҡотлояр байҙың ҡатындарын алайыҡ, мәҫәлән. Көндәштәрҙең һәр береһе байлыҡта, муллыҡта йәшәһә лә, шул замандың ҡанундарына буйһоноп көн итә. Уларҙың һәр береһенең – үҙ бурысы, үҙ яҙмышы. Яҙыусы уларҙың эске кисерештәрен һүрәтләй.
Төп геройҙарҙың береһе Гөлйөҙөм образында башҡорт ҡатындарына хас бул-ған тәбиғилек, сафлыҡ һүрәтләнә. Шул рәүешле, тышҡы һәм эске матурлыҡтың гармонияла булыуы, тап килеүе тойомлана.
… – Хәҙерге заманда ла башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына сыҙамлылыҡ, биреш-мәүсәнлек сифаттары хас. Ҡатын-ҡыҙ образында элек тә, хәҙер ҙә иҫ китмәле сыҙамлылыҡ, эске матурлыҡ, рухи көс, йәшәүгә ынтылыш ярылып ята. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә ҡатын-ҡыҙ образын бар булмышында һүрәтләүсе яҙыусыларҙың береһе – Гөлсирә Ғиззәтуллина. Уның һәр әҫәрендә – хикәйә, повесть, романдарында заман ҡатын-ҡыҙы образы оҫта кәүҙәләндерелә.
… — Ринат Камал да – ҡатын-ҡыҙ психологияһын тәрән аңлаған, ҡатын-ҡыҙ образын оҫта һүрәтләүсе яҙыусыларҙың береһе. Уның “Әлфирә”, “Таня-Таңһылыу” романындарында ҡатын-ҡыҙҙың әсе яҙмышы һүрәтләнә.
… — Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романында Барсынбикә-Фәүзиә, Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында Оло инәй образдарында көслө характерҙар сағыла…
Сара бик фәһемле үтте, инәйҙәр үҙҙәренең уҡыған әҫәрҙәре, уҡығандан һуң ҡалған тәҫьораттары тураһында бүлеште.
Күргәҙмә үҙ эшен 13 мартҡа тиклем дауам итә, китапханаға килгән һәр кешенең уның менән танышырға мөмкинселеге бар. Рәхим итегеҙ!