Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

«Матурлыҡ һәм яҡтылыҡ йырсыһы» исемле иҫтәлек дәресе.

"Матурлыҡ һәм яҡтылыҡ йырсыһы" исемле иҫтәлек дәресе.

Манышты ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның иҫтәлегенә арналған » Матурлыҡ һәм яҡтылыҡ йырсыһы» исемле иҫтәлек дәресе үҙғарылды.

Сара яҙыусының тормош юлына байҡау яһау менән башланып китте, уҡыусылар Зәйнәб Абдулла ҡыҙының ата — әсәһенән бик йәшләй етем ҡалыуы, ниндәй уҡыу йортон тамамлауы, ҡайҙа эш башлауы тураһында мәғлүмәт алды. Артабан уның ижад юлы менән танышып үттеләр:беренсе яҙған хикәйәһе, тәүге баҫылып сыҡҡан әҫәре , ниндәй романдары өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булыуы тураһында әйтелде.

Сара аҙағында китаптар күргәҙмәһендә урын алған китаптар менән танышыу ойошторолдо. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Байрамғәлина Рәшиҙә Мәсәғүт ҡыҙы Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһына ингән «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш» исемле китаптарына туҡталып, был трилогияның автобиографик әҫәрҙәргә ҡарауы тураһында ла әйтеп үтте. Шулай уҡ уҡыусылар менән яҙыусының мәктәп программыһы эсендә танышҡан «Дуҫ булайыҡ» исемле хикәйәһе буйынса ла әңгәмә алып барылды. Уҡыусылар әҫәрҙең эстәлеген иҫтәренә төшөрөп, төп геройҙарҙың тәртиптәре, ғәҙәттәре тураһында һөйләп үттеләр.

"Матурлыҡ һәм яҡтылыҡ йырсыһы" исемле иҫтәлек дәресе.
"Матурлыҡ һәм яҡтылыҡ йырсыһы" исемле иҫтәлек дәресе.