Шиғри осрашыу «Их, ҡеүәтле ел булһаң ине…»
Поэтическая встреча «Эх, хорошо бы мне стать буйным ветром…»
8 август һәләтле шағир, прозаик, тәржемәсе, драматург «Урал аръяғы ижади көстәренең «Ҡуңыр буға» төйәк йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе, «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фондының совет рәйесе, «Йәшлек» гәзите ойошторған Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге премия лауреаты Белорет районы Сосновка ауылында йәшәүсе, эшләүсе, ижад итеүсе Мәүлит Зиннәт улы Кәримов үҙенең иң матур юбилейын — 60 йәшен билдәләп үтте. Ошо уңайҙан Д. Юлтый исемендәге китапхананың ватсап платформаһындағы» «Д. Юлтый исемендәге китапхана» группаһында «Их, ҡеүәтле ел булһаң ине…» тип аталған шиғри осрашыу үткәрелде. Был онлайн осрашыуҙа бөтәһе лә бик әүҙем ҡатнаштылар.
Китап уҡыусыларыбыҙ иң башта Мәүлит Зиннәт улының тормош юлы менән таныштырылдылар, юбиляр үҙе лә матур өҫтәлмәләр индереп ебәрҙе. Артабан инде ижад юлына байҡауҙы шағирҙың «Бөйөк ерем» тип аталған шиғыры менән дауам иттек. «Биҙәктәр» тигән әҙәби — нәфис баҫмала сыҡҡан «Һүрелмәгән хистәр» хикәйәһенә, «Әрем тәме» исемле М. Зиннән улының Стәрле ҡалаһында баҫылып сыҡҡан китабына ҙур ихтибар бирелде.
Шул уҡ ваҡытта журнал, газета биттәрендә баҫылған бик күп мәғлүмәттәр, матур — матур шиғырҙар ситтә ҡалманы. Китап уҡыусыларға «Йәшлек», «Урал», «Белорецкий рабочий» гәзиттәрендәге мәғлүмәттәр тәҡдим ителде.
Осрашыу барышында Мәүлит Зиннәт улы уҙенең тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләне, күп шиғырҙар уҡыны, яңы «Китап» нәшриәтендә сығып килгән «Юлдар һалам» китабы хаҡында хәбәр итте, яңы баҫылып сыҡҡан «Хәтер китабын» алып уҡып сығырға өндәне. «Хәтер китабы» на Белорет районы буйынса золом ҡорбандарының исемлеге, иҫтәлектәр, архивтан алынган фотолар индерелгән.
Кисә барышында Шәрифә Мөбәрәк ҡыҙы Муллағәләмова, Әлфиә Закир ҡыҙы Зәбирова, Әбсәләмова Ләйсән Ғаяз ҡыҙы, шағирҙың ҡатыны Земфира Шәйхетдин ҡыҙы Каримова, Заһретдинова Нәфисә Рәшит ҡыҙы, Рима Ҡунаҡбай ҡыҙы Йосопова, Зилә Минһаж ҡыҙы Абзалова, Йәнгәрәева Бибисара Ғаззал ҡыҙы, Вәлиуллина Фариха Нәҙербай ҡыҙы, Минһажетдинова Сатура Жәвәт ҡыҙы башҡарыуында бик күп шиғырҙар яңғыраны. Кисәне Илнур Әхмәтшин башҡарған, М. Кәримов һүҙҙәренә яҙылған «Ҡырпаҡ ҡарҙар», Нәркәс Сиражетдинова башҡарыуында «Белорет — Иҙелбашым», шулай уҡ Йосопова Р. Ҡ. үҙе көйгә һалған «Сәскәләрҙәй ғүмерҙәр» йырҙарының видеояҙмалары бик тулыландырҙы, ә инде «Эт бәләһе» спектакленан өҙөк ҡарау осрашыуҙы бик йәнләндереп ебәрҙе.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, Мәүлит Зиннәт улына матур теләктәр, ижад эшенда уңыштар теләп осрашыуҙы йомғаҡланыҡ.