Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

Тематик кисә «Юғалтмайыҡ тиһәк кешелекте, туҡтатайыҡ эскелекте!»

Манышты ауылы халҡы икенсе йыл рәттән «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә ҡатнаша. Уға ярашлы бик күп мәғлүмәти саралар һәм акциялар үткәрелә, фильмдар күрһәтелә. Уларҙа бер маҡсат — халыҡҡа алкоголь эсемлектәрҙең зыяны тураһында һөйләү.

13 ноябрь көнө Манышты ауыл китапханаһында «Юғалтмайыҡ тиһәк кешелекте, туҡтатайыҡ эскелекте!» исемле тематик кисә үткәрелде. Сара башҡорт халҡының элек-электән иҫерткес эсемлектәргә ҡарата битараф булыуы, ә инде оло байрамдарҙа ҡунаҡ күңелен күреү өсөн табынға сәйҙән башҡа телдәрҙе астыра, күңелдәрҙе күтәрә торған тик милли эсемлектәр генә ҡуйыла торғаны тураһында мәғлүмәт бирелде.

Тематик кисә «Юғалтмайыҡ тиһәк кешелекте, туҡтатайыҡ эскелекте!»

Артабан һүҙ башҡорт яҙыусылырының әҫәрҙәрендә эскелек темаһының сағылышы тураһында барҙы. Китапһанасы сараның төп әҫәре итеп Т.Ғарипованың «Китмәгеҙ, торналар! » драмаһын алды. Әҫәрҙең эстәлеге менән ҡыҫҡаса танышҡандан һуң, килеүселәр үҙ фекерҙәре менән бүлештеләр, геройҙарҙың артабанғы тормош юлдары нисек булыуы тураһында һүҙ алып барҙылар.

Һүңынан китапханасы сара темаһына ҡағылышлы китаптар күргәҙмәһенә байҡау яһап үтте, уларҙың эстәлеге менән таныштырҙы.

Тематик кисә «Юғалтмайыҡ тиһәк кешелекте, туҡтатайыҡ эскелекте!»
Тематик кисә «Юғалтмайыҡ тиһәк кешелекте, туҡтатайыҡ эскелекте!»