Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

Уйынлы сәйәхәт «Тәбиғәт тураһында китап биттәре буйлап»

Уйынлы сәйәхәт "Тәбиғәт тураһында китап биттәре буйлап"

Игра — путешествие «По страницам книг о природе».

Беҙҙең тәбиғәт бай, төрлө һәм йомарт. Бында бейек тауҙар, серле урмандар, мул һыулы йылға — күлдәр, киң яландар бар. Урмандарына инһәң, һине зифа буйлы аҡ ҡайындар, ҡупшы кулдәкле шыршылар ҡаршы ала. Болондарында йөҙөп йөрөрлөк, төрлө — төрлө сәскәләр үҫә. Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып туя алмайһың.

Д. Юлтый исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәре Белорет ҡалаһының 25-се һанлы «Тирмәкәй» балалар баҡсаһына йөрөгән кескәй дуҫтарыбыҙҙа тәбиғәт темаһына арналған «Тәбиғәт тураһында» тип аталған уйынлы сәйәхәт ойошторолдо. Осрашыу балалар баҡсаһы эргәһендәге ял итеү майҙансығында үткәрелде.

Уйынлы сәйәхәт "Тәбиғәт тураһында китап биттәре буйлап"
Уйынлы сәйәхәт "Тәбиғәт тураһында китап биттәре буйлап"

Сара барышында балалар менән йәй айы тураһында әңгәмә алып барылды, уның матурлығы, билдәләре хаҡында һөйләшкәс, «Экологик калейдоскоп», «Йомаҡтар» һәм «Урман һорауҙары» тип аталған конкурстарҙа үҙ белемдәрен барланылар кескәйҙәр. «Туп менән йүгереү», «Ҡойроҡһоҙ» исемле халыҡ уйындарында балалар ихлас ҡатнаштылар.

Сара һуңында дуҫтарыбыҙ «Китап донъяһы — ул ғәжәйеп һәм ҡабатланмаҫ донъя» исемле китап кәштәһе менән танышып үттеләр. Ф. Биктимированың «Дуҫтар табыны», Р. Заһиҙуллиндың «Ҡояш көлгән һайын», Р. Ураҡсинаның «Тыуған ерем — торған ерем» кеүек китаптарына туҡталып йәй тураһында шиғырҙар уҡып ишеттерелде. Д. Шәрәфетдиновтың «Йәшел аптека» китабына индерелгән дарыу үләндәре хаҡында ла һөйләшеп алдыҡ, уларҙың кеше сәләмәтлеге өсөн нисек файҙалы икәнен бәләкәй китап уҡыусыларыбыҙ белделәр.

Статья ВК >>>