Яҙ байрамы — наҙ байрамы
Наурыҙ байрамын яҙ мәлендә, көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә ҡаршы алалар. «Наурыҙ» һүҙе яңы йыл, яңы көн тигәнде белдерә.
Бөгөн, 21 март, Сермән балалар баҡсаһында «Наурыҙ» байрамы үткәрелде. Яҙ тураһында һынамыштар әйтеп, йомаҡтар сисеп, изге теләктәр әйтеү менән башланып китте байрам.
Балалар баксаһы хеҙмәткәрҙәре байрамға матур итеп әҙерләнгән, балаларҙың башкорт телендә шиғырҙарын, йырҙарын, дәртле бейеүҙәрен күреп һокланыу тойғоһо тыуҙы. Ағинәйҙәр изге теләктәрен әйттеләр, йыр йырлап, балалар менән бергәләшеп уйындарҙа ҡатнаштылар. Алып барыусы Миргалина Ләйсән Хәбир ҡыҙы балаларға байрамдың нисек барлыҡҡа килгәнен йөкмәткеле итеп аңлатты. Өлкән тәрбиәсе Низаметдинова Айгөл Хәкимйән ҡыҙы, музыка етәксеһе Кокшарова Гөлнара Әнүәр ҡыҙы, тәрбиәселәр Исхаҡова Гөлфирә Айрат ҡыҙы, Верхаломова Ольга Евгеньевна, тәрбиәсе ярҙамсыһы Хажина Гөлсинә Ҡустыбай ҡыҙы байрамды матур итеп үткәреү өсөн ҙур көстәрен һалғандар.
Шуны әйтеп үтәһе килә, балалар баҡсаһы шундай бөхтә, матур итеп биҙәлгән, балаларҙы һәр яҡтан да үҫтереу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Бында әлбиттә https://vk.com/dssermenevo
мөдирҙәре Низаметдинова Сәжидә Лев ҡыҙының ҙур көсө һалынған.
Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә матур сара үткәргәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ💐
Көн менән төн тигеҙләште,
Бөгөн Наурыҙ байрамы,
Һау бул, Ҡышбикә инәйем,
Күрешербеҙ Ҡыш тағы!